Башкирские сказки короткие на башкирском языке

Өс алтын ҡурсаҡ

(һинд халыҡ əкиəте)

Бер батша, күрше ил халҡын һынап ҡарарға уйлап, шул илдең

солтанына өс алтын ҡурсаҡ ебəрə. Был ҡурсаҡтар бер төҫлө булалар.

Ауырлыҡтары, буй-һындары ла бер үк. Ə хаҡына килгəндə, береһе — мең һум,

икенсеһе — йөҙ, өсөнсөһө ун һум ғына икəн. Ниңə улай булыуы һис кенə лə

билдəле түгел, ти.

Солтан бүлəкте ала ла үҙенең ярандарына ҡурсаҡтарҙы ҡарарға,

уларҙың ниндəй ғиллəһе барлығын белергə ҡуша. Бөтə вəзирҙəр, ғалимдар һəм

бүтəн белгестəр ҡурсаҡтарҙы əйлəндереп-əйлəндереп ҡарайҙар. Лəкин бер кем

бер нəмə аңламай.

Ярандары белмəгəс, солтан ябай халыҡҡа һарайға инергə рөхсəт бирə.

Бер көндө һарай ҡапҡаһы төбөнə бер егет килə. Уны индерəлəр ҙə

ҡурсаҡтарҙы күрһəтəлəр. Егет уларҙы бик ентеклəп ҡарай. Ҡарай торғас, ул

ҡурсаҡтарҙың ҡолаҡ тишектəренə туҡтала. Ҡыл ала ла береһенең ҡолағына

тыға. Ҡылдың осо ҡурсаҡтың ауыҙынан барып сыға. Икенсе ҡурсаҡты ла ала,

ҡыл уның бер ҡолағынан икенсеһенə килеп сыға. Шунан өсөнсө ҡурсаҡты ала.

Ҡолағынан индерелгəн ҡыл уның йөрəгенə барып етə һəм шунда туҡтай.

Шунан егет солтанға былай ти:

— Был ҡурсаҡтар өс төрлө кешегə оҡшаш. Тəүге ҡурсаҡ — ни ишетһə,

шуны лығырлап йөрөй торған кеше. Бындай бəндəгə бер ҙə ышанып булмай.

Бының хаҡы арзан. Икенсе ҡурсаҡ бер ҡолағынан кергəн һүҙ икенсеһенəн

сығып китə торған кешегə тартым. Бындай бəндə һүҙҙе аңламай, кəңəште

тотмай, еңел аҡыллы була. Унан əллə ниндəй файҙа ла, ул тиклем зыян да юҡ.

Бының хаҡы уртаса йөрөй. Ə өсөнсө ҡурсаҡ — ни ишетһə лə, йөрəгенə һалып

ҡуя торған, сер һаҡлар кеше. Бының хаҡы бик ҡиммəт.

Солтан был егеттең зирəклегенə аптырай.

— Кем өйрəтте быға һине? — тип һорай.

— Олатайым, — ти егет.

— Кем ул олатайың? Ни эшлəй? Нисек донъя көтə? — тип һорай

солтан.

— Ул ҡырҡ йыл иген иккəн, ҡырҡ йыл көтөү көткəн, һикһəн йыл халыҡ

һүҙен тыңлаған, — тип яуап бирə егет.

— Һуң ул йөҙ алтмыш йыл йəшəгəнме ни?

— Юҡ, һикһəнде генə. Ул иген иккəндə лə, көтөү көткəндə лə ил

халҡынан фəһем алып йөрөгəн.

— Һуң, минең вəзирҙəрем халыҡтан фəһем алмаймы икəн ни?

— Улар халыҡты йə ат, йə фил өҫтөнəн генə күрəлəр бит, — тигəн

тапҡыр егет.

Ғəмһеҙ ҡарт менəн йылан

(ғəрəп халыҡ əкиəте)

Юлдан “өс аяҡлы” ҡарт бара. Тирə-яҡҡа ҡарана. Йырлап та ала. Таяғын

ергə тып-тып төртөп, атлай ҙа атлай. Ҡапыл ҡаршыһына йылан килеп сыҡҡан.

— Ҡотҡар мине, шəфҡəтле ҡарт. Иҫəн ҡалһам, мөгөҙөмдө һиңə бирəм.

— Нимəнəн ҡурҡаһың, мəхлүк?

— Мине үлтерергə килəлəр.

Аңра ҡарт оҙон еңен ергə һуҙған. Йылан, ең эсенə кереп, белəгенə

уралған. Шунда уҡ суҡмар, күҫəк тотҡан кешелəр килеп еткəндəр.

— Ошолай табан бер йылан тəңгəллəне. Күрмəнеңме, юлсы? — тип

һораған береһе.

— Ул мəхлүктə ни үсегеҙ бар?

— Улымды сағып үлтерҙе. Ҡайҙа китте шул яуыз?

— Бынау ҡыуаҡлыҡҡа кереп китте, шикелле.

Суҡмарлы кешелəр киткəс, ғəмһеҙ ҡарт еңен йəнə аҫҡа һуҙған.

— Сыҡ, мəхлүк. Ҡотолдоң. Юлыңда бул.

Йылан төшə башлаған. Кинəт йылан икəне уның иҫенə төшкəн дə

ҡарттың белəген саҡҡан. Ҡарт ергə ауған.

— Ни эшлəнең һин? Мин һине əжəлдəн ҡотҡарҙым, ə һин…

— Ə ниңə еңеңə кереттең?

— Ялбарҙың бит.

— Минең йылан икəнде ниңə оноттоң?

— Бик йыуаш күрендең бит.

— Булһа, булғандыр. Ул саҡ йылан икəнемде мин үҙем дə онотҡанмын.

Йылан бер яҡҡа шыуышҡан. Ҡарт юлсы туҙанда ятып үлгəн.

Ишəк менəн ат

Бер кешенең ишəге менəн аты булған. Бер ваҡыт улар юл буйлап

баралар. Ишəк атҡа əйтə икəн:

— Миңə ауыр, бының барыһын да илтеп еткерə алмам, бик аҙын ғына

булһа ла һин ал минəн.

Ат тыңламаған. Ишəк, көсəнеп күтəреүҙəн, йығылған да үлгəн. Хужа,

бөтə йөктө ишəктəн алып, ат өҫтөнə тейəгəн, өҫтəүенə, ишəктең тиреһен дə

һалған.

Ат, үрһəлəнеп, кешнəп ебəргəн:

— Ах, мин ниндəй бəхетһеҙмен, башыма ниндəй ҙур хəсрəт, ҡайғы

төштө. Ишəккə аҙ ғына ла ярҙам итергə телəмəнем, ə хəҙер бына барыһын да,

етмəһə, уның тиреһен дə бер үҙем күтəреп барам.

Л.Толстой

Төлкө менəн ҡыҫала

Бер заман төлкө менəн ҡыҫала һөйлəшеп тора икəн. Төлкө үҙенең

хəйлəкəрлегенə маһайып: “Əйҙə, йүгерешəбеҙ, кемебеҙ уҙыр икəн?” — тигəн.

“Əйҙə һуң, төлкө дуҫ, мин риза”, — тигəн ҡыҫала, иҫе китмəйенсə генə. Былар

ярыш асҡан. Төлкө йəн-фарман сабып киттем, тигəндə генə, ҡыҫала уның

ҡойроғона йəбешеп алған, ти. Билдəлəнгəн урынға əлһерəп килеп еткəс,

артына ҡарамаҡсы булып, төлкө ҡойроғон болғаған. Шул саҡ ҡыҫала ысҡынып

төшкəн дə: “Мин бында һине əллə ҡасандан бирле көтөп торам инде!” — тип

əйткəн, ти. Ғəжəплəнгəн төлкө телдəн яҙған хатта.__

Ике иптəш

Урман буйлап ике иптəш китеп бара икəн. Уларҙың алдына ҡапыл айыу

килеп сыҡҡан. Иптəштəрҙең береһе ағас башына менеп киткəн. Икенсеһе юл

уртаһында ҡалған. Ул ергə ятып, үлгəнгə һалышҡан.

Айыу уның янына килгəн. Битен, сəсен еҫкəп ҡараған, был үлгəн икəн

тип, кире киткəн.

Айыу киткəс, теге ағас башындағы кеше төшкəн дə көлөп һорай икəн:

— Йə, айыу һинең ҡолағыңа ни тине?

— Ҡурҡыныс килгəндə үҙенең иптəшен ташлап киткəн кеше — насар

кеше, тип əйтте миңə айыу, — тигəн икенсе иптəш.

Л.Толстойҙан

Иң көслөһө — кеше

Борон-борон заманда бер эт йəшəгəн, ти. Көнкүреше ауыр булған. Эт

үҙенə хужа эҙлəп киткəн. Йылға буйында уға бүре осраған. Эт:

— Бүре ағай, һин көслөһөң. Мине үҙеңə алсы! — тип үтенгəн.

Бара торғас, бүре шып туҡтаған:

— Əйҙə ҡасайыҡ, ана айыу килə, ул минəн көслөрəк, — тип сигенгəн.

Уның ҡурҡаҡ икəнен күреп, эт тəүҙə айыуға, унан арыҫланға китеп

ҡараған. Иң аҙаҡтан кеше эргəһенə килгəн.

— Кешенəн дə көслөһө юҡ! Мине үҙеңə алһаңсы! — тип ялынған ул.

Иң көслөһө кеше тип, эт уға һаман да хеҙмəт итə икəн.

Халыҡ əкиəтенəн

Бик борон заманда булған, ти, был хəл. Бер ярлы ғына кеше, утын

ҡырҡып йөрөгəндə балтаһын һыуға төшөрөп ебəргəн.

— Берҙəн-бер балтам ине! — тип илаған.

Шул саҡ һыу инəһе алтын балта алып сыҡҡан.

— Ошомо һинең балтаң? — тип һораған.

— Юҡ, был түгел, — тигəн ярлы.

Һыу инəһе көмөш балта сығарған.

— Юҡ, был да минеке түгел, — тигəн ярлы.

Һыу хужаһы уның үҙ балтаһын күрһəткəн.

— Ошо, ошо минең балтам! — тип үрелгəн теге кеше.

Һыу инəһе:

— Алдашмағаның өсөн һиңə балтаның өсөһөн дə бирəм, — тигəн

(Ғ.Ғүмəрҙəн).

Шалҡан

Бабай шалҡан сəскəйне. Шалҡан бик ҙур булып үҫте. Бабай шалҡанды

йолҡоп алмаҡсы булды: тарта-тарта, тарта-тарта, тартып сығара алманы, ти.

Бабай ярҙамға əбейҙе саҡырған. Əбей бабайға, бабай шалҡанға

тотонған. Эй тарталар-тарталар, эй тарталар-тарталар, тартып сығара алмайҙар,

ти, былар.

Əбей ярҙамға ейəнсəрен саҡырған. Ейəнсəр əбейгə, əбей бабайға, бабай

шалҡанға тотонған. Тарталар-тарталар, тарталар-тарталар, тартып сығара

алмайҙар.

Ейəнсəр ярҙамға Муйнаҡты саҡырған. Муйнаҡ ейəнсəргə, ейəнсəр

əбейгə, əбей бабайға, бабай шалҡанға тотонған. Тарталар-тарталар, тарталар-

тарталар, тартып сығара алмайҙар икəн.

Муйнаҡ Мыяубикəне саҡырған. Мыяубикə Муйнаҡҡа, Муйнаҡ

ейəнсəргə, ейəнсəр əбейгə, əбей бабайға, бабай шалҡанға тотонғандар ҙа, эй

тарталар, эй тарталар, тартып сығара алмайҙар, ти.

Мыяубикə сысҡанды саҡырған. Сысҡан Мыяубикəгə, Мыяубикə

Муйнаҡҡа, Муйнаҡ ейəнсəргə, ейəнсəр əбейгə, əбей бабайға, бабай шалҡанға

тотонған. Тарталар-тарталар, тарталар-тарталар, тарта торғас, көскə тартып

сығарғандар, ти.

Һуған ни өсөн əсе булған?

Борон-борон заманда булған, ти, бер матур ил. Ниндəй генə үҫемлектəр

үҫмəгəн унда!

Бик матур бер аҡланда ике дуҫ йəшəгəн, ти. Һуған малай менəн Аҡсəскə

ҡыҙ булған улар. Бик татыу булғандар улар. Йəйге йылы ямғыр ҙа шатлыҡ

килтергəн, ҡояш нурҙары ла шатлыҡ килтергəн дуҫтарға.

Көн артынан көн үткəн, һалҡын көҙ ҙə еткəн. Бер көндө Һуған күҙҙəрен

асһа, янында Аҡсəскə юҡ икəн. Баҡһаң, төндə һалҡын ҡырау төшкəн дə

Аҡсəскəнең таждарын һулытып ҡуйған. Иң яҡын дуҫын юғалтҡан Һуған

ҡайғыһынан илаған да илаған. Күҙҙəренəн əсе күҙ йəштəре аҡҡан.

Бына шуға күрə һуған əсе икəн ул.

“Йəншишмə” газетаһынан

Өйрəк ватылды

Булатты ауылға алып ҡайттылар. Иртə менəн өлəсəһе уға йылы, тəмле

һөт эсерҙе. Ҡабарып бешкəн күмəс телеме тотторҙо. Шуны ҡаймаҡ менəн

ашарға ҡушты. Сəй яһаны.

Тамағын туйҙырып алғас, Булат ихатаға сыҡты. Унда тауыҡтар ем

сүплəй ине. Ə ҡойроҡ-ҡаурыйҙары төрлө төҫкə мансылған əтəс, тирə-йүнде

яңғыратып, кикреклəй.

Шул саҡ кескəй малай ҡойма буйлап килгəн өйрəк балаларын шəйлəп

ҡалды. Йүгереп барҙы ла береһен элəктерҙе. Теге үҙе йомшаҡ, үҙе пипелдəй. Ə

ҡайҙа һуң бора торған асҡысы? Ергə ҡуйһаң, тегелəренə ҡарай ынтыла. Булат

уны ҡабаттан тота. Муйынын икенсе яҡҡа бороп ҡарай. Юҡ, бəпкə буйһонорға

телəмəй.

Оҙаҡ булашты Булат. Ниһəйəт, өйрəк балаһы өнһөҙ ҡалды. Ул башҡаса

йүгереп тə китмəне, пипелдəмəне лə.

Кескəй малай, өйрəк балаһын ҡулына алып, өйгə инде:

— Өлəсəй, өйрəк ватылды, — тип илап ебəрҙе.

— Йə хоҙай, бəпкəмде харап иткəнһең бит, балаҡайым. Эй шул ҡала,

балаларҙың башын тимер уйынсыҡтар менəн əйлəндереп бөтəлəр бит, — тип

əрнене өлəсəһе.

М.Ғилəж

Бесәй балаһы Петрик
менән сысҡан

(Белорус халыҡ әкиәте)

Бер ваҡыт бесәй балаһы Петрик сысҡан тоторға
уйлаған. Ул әле бәләкәй, шуға күрә сысҡандарҙы бер ҙә күргәне юҡ икән. Тик
өлкән бесәйҙәрҙән генә уларҙың сысҡан тотҡанын ишеткәне бар. Петриктың да
сысҡан тотҡоһо килә. Шуға ул һарай яғына китә. Петрик унда оҙаҡ йөрөй, ләкин
бер сысҡан да осрамай. Шул ваҡыт ҡапыл һалам ҡыбырлай һәм унда оҙон ҡойроҡло
бер йәнлек күренә.

— һин кем? — тип һорай Петрик.
— Сысҡан.
— Мин һине эҙләйем, һин миңә кәрәк инең!..
— Ниңә?..
— Ниңә икәнен әлегә белмәйем, тик бесәйҙәрҙең
сысҡан тотҡанын беләм.

— Бесәйҙәр сысҡанды бесәй-сысҡан уйыны уйнар
өсөн тота. Теләйһеңме, мин һине лә өйрәтәм, — тигән сысҡан.

— Әйҙә өйрәт! — тигән бесәй балаһы Петрик.
— Мөйөшкә баҫ, — тигән сысҡан, — күҙеңде йом да
өскә тиклем һана, шунан мине тоторһоң.

— Сысҡан өйрәткәнсә, бесәй балаһы Петрик өскә
тиклем һанаған һәм күҙен асҡан. Тирә-яғына ҡараһа, бер нәмә лә юҡ икән.

(А.Йәғәфәрова тәржемәһе)

Айыу менән бал
ҡорттары

Борон-борон
заманда, өйрәк үрәтник, һайыҫҡан дисәтник саҡта, булған, ти, бер тайыш табан
айыу. Уның ҡойроғо, төлкө ҡойроғо кеүек үк, оҙон да, йөнтәҫ тә булып, өрпәйеп
торор булған ти.

Айыу бал яратҡан.
Балһыҙ йәшәй ҙә алмаған. Гел генә бал ашауҙы уйлаған да йөрөгән. Бал ҡорттары
мыжлап торған ағас ҡыуышын күрҙеме, айыуҙың шатлығы эсенә һыймай башлай икән.
Ул, аушаңлап, ағас башына менә лә, умартаны пыр туҙҙырып, бал ашарға тотона
икән. Бал ҡорттары айыуҙы һырып алалар ҙа сағырға маташалар, әммә булдыра алмайҙар.
Сөнки айыуҙың йөнө оҙон, ә бал ҡорттарының ҡаяуҙары ҡып-ҡыҫҡа. Улар, айыуҙың
тәненә яҡынлашырға тырышып, йөн араһына инәләр-инәләр ҙә шунда сырмалып
бөтәләр. Ә айыуға шул ғына кәрәк тә. Ул ағастан төшә һала ла ерҙә аунай башлай.
Йөн араһында буталып ҡалған бал ҡорттары иҙеләләр ҙә бөтәләр. Улай ҙа булмаһа,
һыуға барып бер сумып ала, ти, был, бал ҡорттары шунда сыланып, ҡойолоп
төшәләр. Шунан һуң айыу йәнә ағас башына менеп китеп, солоҡтағы бал бөткәнсе,
үҙенең эсе күпкәнсе, һыйлана икән, ти.

Бер ваҡыт урманға
утын алырға бер кеше килгән икән. Ипләберәк ҡараһа, ағас башында бал ашап
ултырған айыуҙы күреп ҡалған. Үҙе бал ашай, ти, айыу, ә йөнтәҫ оҙон ҡойроғо
менән бал ҡорттарын ҡыуа икән, ти.

– Әх, һин, тайыш
табан, тайыш табан! Ҡорттарҙы ҡырып, әҙер балды ашап йөрөйһөң икән әле!
Муйыныңды өҙмәһәмме, бына күр ҙә тор!– тип, теге кеше ағас башына менеп киткән.

Ул айыуға ҡарап
балтаһын һелтәгән. Әммә балта айыуҙың муйынына түгел, ә ҡойроғона тап килеп,
уны сабып өҙгән. Шулай итеп, тайыш табан айыу оҙон йөнтәҫ ҡойроғо менән
бөтөнләйгә хушлашҡан. Айыу ағастан төшкән дә, башын түбән баҫып, урман араһына
инеп юғалған.

Шунан бирле
айыуҙар сонтоҡ ҡойроҡло булып ҡалғандар, ти.

Теге кеше солоҡто
яҡшылап ҡарап, юнәтеп сыҡҡан, кәрәҙҙәрҙе үҙ урынына ҡуйған да ҡайтып киткән.

Бал ҡорттары быны
күреп, башта ғәжәпләнгәндәр. Улар инә ҡорттан:

– Ниңә был кеше
беҙҙең балыбыҙҙы ашап бөтөрөп китмәне икән? – тип һорағандар. Инә ҡорт ни тип
яуап ҡайтарырға белмәгән. Шулай ҙа ул бал ҡорттарына:

– Барығыҙ, осоп
етегеҙ ҙә ул кешенән беҙҙең балыбыҙҙы ниңә ашамауын һорағыҙ,– тигән, ти.

Авторизация

Войдите через социальные сети

Или воспользуйтесь формой авторизации

Логин или E-mail

Пароль

Забыли пароль?

Нет учетной записи? — Перейдите к Регистрации

Библиотека мудрости

Добро пожаловать! Воспользуйтесь
формой авторизации или зарегистрируйтесь.

  • Башкирские богатырские сказки читать
  • Башкирская сказка урал батыр на русском языке
  • Башкирская сказка тан батыр на русском языке
  • Башкирская сказка сердце матери
  • Башкирская сказка падчерица читать