Башкортостан тыуган ерем сочинение

Мин ғашиҡмын һиңә,Башҡортостан!

                                                  Башҡортостан-тыуған республикам!

                            Шундай гүзәлһең һин илкәйем.

                            Ниндәй генә төҫкә инһәң дә һин,

                            Яратамын,тыуған еркәйем.

  Тыуған ер! Ватаным! Башҡортостаным! Ниндәй оло мәғәнәгә эйә был һүҙҙәр! Ошо һүҙҙәрҙе ишетеү менән, күңелдә аңлата алмаҫлыҡ хистәр, дәрт уяна. Ниндәй ҡәҙерле һәм ғәзиз ул тыуған ер! Минең өсөн Тыуған ер – тыуған, торған ил генә түгел, ә йөрәктең түрендә иң ҙур урын алған, аңлатып бөтмәҫлек, һоҡланып туймаҫлыҡ төшөнсә.

   “Картаға ҡарап,еремде:

    -Бер япраҡ саҡлы,- тинем,

     Мин хайранмын киңлегеңә

     Башҡортостаным-илем!” (Мостай Кәрим)

Ысынлап та, картаға ҡараһаҡ, беҙҙең ил бәләкәс кенә булып ятҡан кеүек тә, әммә уның тарихы шул тиклем бай, ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы, ә тәбиғәтенә һоҡланып туйғыһыҙ. Башҡортостанымдың күкһел бейек тауҙарын, ҡуйы ағастарын, бәрәкәтле баҫыуҙарын, көмөш һыулы шишмәләрен, зәңгәр күлдәрен, йылғаларын күреп хайран ҡалырлыҡ. Тыуған яғыңдың һайрар ҡоштары ла, хуш еҫле сәскәләре лә, хатта әреме лә – хозурлыҡтың хозуры. Тыуған илкәйемдең тәбиғәтенең гүзәллеген, нәфислеген һөйләп тә, көйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Кемде генә һоҡландырмаған, ниндәй генә шағирҙарҙы ҡәләм алырға дәртләндермәгән, ниндәй генә рәссам, композиторҙарҙы үҙенә ғашиҡ итмәгән ул.

Тыуған ерем-Башҡортостаным! Күпме тәрән уйҙар, тулҡынландырырлыҡ хистәр уята минең күңелемдә был ҡәҙерле һәм изге һүҙҙәр. Ысынлап та, кескәй генә саҡтан минең Башҡортостанымдың бер бәләкәй генә өлөшө булған Иҫке Сибай ауылының Һары шишмәһе һыуын эсеп, урманында ҡыҙарып бешкән ер еләген ашап, ысын әхирәттәр табып, гөрләп уйнап үҫкән бала сағым, гонаһһыҙ сабый сағым иҫкә төшә. Тәүге тапҡыр көләс ҡояш нурҙарын, зәп-зәңгәр күк йөҙөн, уңдырышлы ҡара тупраҡ еҫен, хуш еҫле ҡара икмәк тәмен дә һиндә генә генә белдем, гүзәл илем! Ысынлап та, иң яҡшы тойғоларҙы тик һиндә генә тойҙом, ғәзиз илем! Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һинең киң ялан-баҫыуҙарыңды, мөһабәт тауҙарыңды, болоттарға ашҡан ҡаяларыңды, сылтырап аҡҡан шишмәләреңде мин бер ҡайҙа ла таба алмам. Сит ерҙә йөрөһәм, хатта ай-йондоҙҙарҙың балҡышы ла икенселәй кеүек тойолор. Хуш еҫле балдарың, моңло ҡурай тауышы, болондарҙа кешнәп сапҡан йылҡыларың миңә шул ҡәҙәрем яҡын! Мин яратам һине, Башҡортостан!

  “Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,

   Гел хәтерҙә,гел генә:

   Донъяла бит ,әсә кеүек,

  Тыуған ер ҙә бер генә.” (Абдулхаҡ Игебаев)

     Башҡортостан! Мин ғорурланам ошо изге ерҙә тыуып, үҫкәнем өсөн. Сикһеҙ бәхетлемен ошо данлы илдә йәшәгәнем өсөн! Башҡортостаным минең! Алтын илкәйем! Мөғжизә, тылсымдарға бай еркәйем! Матур тәбиғәтеңә һоҡланыуҙан таң ҡалырлыҡ! Халҡыңдың изге күңеллелегенә, ҡунаҡсыллығына хайран булырлыҡ!

   Башҡортостаным-минең тыуған ерем,

   Ғәзиздәрҙән-ғәзиз төйәгем.

   Гүзәлдәрҙән-гүзәл ошо ерҙә

   Йәшәү-минең барлыҡ теләгем.

Эсәр һыуҙарыбыҙҙы, һулар һауаларыбыҙҙы бысрамаҫҡа, урмандарыбыҙҙы ҡоротмаҫҡа мин вәғәҙә бирәм! Гел генә һине яҡлап, һаҡлап торасаҡмын! Башҡортостан! Һинең гүзәллегеңә тиң булырлыҡ ерҙәр ҙә юҡ. Һин минең иң ҡәҙерле, ғәзиз ерем, берҙән-бер тыуған илем! Мин ғашиҡмын һиңә, бөйөк, гүзәл республикам!

 “Кислородһыҙ йәшәп булмағандай,

   Мин был илһеҙ йәшәй алмайым”(Хәниф Кәрим)

Күсәбаева Гөлфиә

Мин халҡымдың сәскә күңеленән,

Бал ҡортондай, ынйы йыямын,

Йыямын да-йәнле ыныйларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел —

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Р.Ғарипов.

Минең тыуған ерем Башҡортостан- бай тәбиғәтле Урал тауҙарына урынлашҡан гүзәл ер.Башҡортостаныбыҙ — иҫ киткес матур һәм бай!

Башҡортостан борон-борнодан сәсән телле, бай рухлы, атай-олатайҙарыбыҙ ғүмер иткән бәрәкәтле,бай тарихлы төйәк.Ниндәй генә ҡобайырҙарҙа маҡталмаған беҙҙең гәзиз еребеҙ.Күпте күргән, күпте кисергән атайсал!

Беҙҙең республикабыҙ бай , матур тәбиғәте менән генә түгел, ә күп милләтле булыуы менән дә айырылып тора.Төрлө милләт халыҡтары үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәйҙәр.Һәр милләт кешеһе үҙ телендә һөйләшергә , үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы.Һәр кем үҙенең милләтен ғорурлыҡ менән әйтергә тейеш.Юҡҡа ғына”Иле берҙәмдең-көнө берҙәм”, тип әйтмәгәндәр.Минеңсә , миләттәр үҙ-ара дуҫ йәшәһә, уларҙы алдағы көндәрҙә лә бәхетле, яҡты тормош көтә.

Тыуған ер төшөнсәһен туган телһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай.Минең туған телем — татар теле һәм мин үҙ телем менән ғорурланам, уны хөрмәт итәм.Үҙ туған телен белмәүсе кеше үҙенең тамырын онота, милләт вәкиле булыуҙан туҡтай.Шуның өсөн, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, киләсәк быуын тыуған илендә йәшәһен,үҙ туған телендә һөйләшһен өсөн , ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәгән.Әммә туған телен һаҡлап ҡалған.

Был йәһәттән беҙҙең хөкүмәтебеҙ тарафынан бик күп эштәр башҡарыла.Ун ете йыл инде республикабыҙ суверенитет шарттарында йәшәй, ”Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың телдәре тураһында” закон ҡабул ителде, балаларҙы әсә телендә уҡытыуға иғтибар артты, башҡорт теле дәүләт теле статусын алды.

Беҙҙең Иҫке Ҡормаш урта ғөмүми белем биреү мәктәбендә лә 2006-2007-се уҡыу йылынан башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла башланы.Беҙҙә был дәрестәр бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтә.Тел дәрестәрендә беҙ башҡорт теленең үҙенсәлекле яҡтары менән танышһаҡ,әҙәбиәт дәрестәре беҙҙе сихри бер доньяға алып кереп китә.Бында беҙ тыуған Башҡортостаныбыҙҙың гүзәллегенә дан йырлаған,уның матурлығына таң ҡалған, теле, халҡы менән ғорурланған, уның яҙмышы өсөн борсолған ҡүренекле яҙыусы һәм шағирҙар ижады менән танышабыҙ.Минең үҙемә бигерәк тә Зәйнәп Биишеваның, Рәми Ғариповтың, Н.Мусиндың һәм Ринат Ҡамалдың ижаттары оҡшай.Башҡорт телен өйрәнә башлағас, беҙ әлегә ҡәҙәре белмәгән башҡорт яҙыусыларының ижады менән таныштыҡ.Шулай уҡ беҙҙең мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы,яҙыусыларҙың юбилейҙарына арналған кисәләр, шиғыр һәм инша конкурстары, уҡылған әҫәрҙәр буйынса диспуттар һ.б. саралар үтә.Үткән уҡыу йылында миңә районда үткәрелгән сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Мин “Урал батыр” эпосынан 200 юлды яттан һөйләп , маҡтау грамотаһы менән бүләкләндем. Ошо яҙгандарыма нәтижә яһап, мин башҡорт телен өйрәнеүгә ҡарата үҙ фекеремде әйткем килә.Башҡортостан ерендә йәшәгәс, беҙ уның телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп, ихтирам итергә тейешбеҙ.Уның бөгөнгөһө, үткәне менән ҡыҙыҡһынырға, халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн, бөгөн доньяға айыҡ аҡыл менән ҡарарға, хаталарҙы ҡабатламаҫҡа кәрәк.Халҡыбыҙҙың киләсәге беҙҙең ҡулда.Минеңсә, илһеҙ ,телһеҙ милләт булмай,шуның өсөн — иң тәүҙә телде белергә кәрәк.

Туған татар телен,үҙең йәшәгән дәүләттең телен дә белеү, уны өйрәнеү- һинең тәрбиәле , уҡымышлы, әхлаҡлы булыуыңды ҡүрһәтә, туғандаш башҡорт һәм татар дуҫлығын тағы ла нығыта.

Башҡортостан — ожмах иле.

Башҡортостан — минең тыуған республикам. Мин уның менән ысын
күңелдән ғорурланам. Башҡортостан
үҙенең ҡосағына
ниндәй генә милләтте һыйҙырмаған — башҡорт, татар, рус, сыуаш һ.б.
Улар бөтәһе лә үҙ-ара татыу йәшәй. Республикамда һәр бер ҡала, һәр
бер район үҙенең халҡы, тәбиғәте менән дан тота. Әйтәйек, Өфө —
Башҡортостандың баш ҡалаһы
, Стәрлетамаҡ —
шихандары, Бөрйән — Шүлгәнташ мәмерйәһе, Әбйәлил

тәрән күлдәре менән бөтә илгә
билдәле
. Ә беҙҙең Салауат ҡалаһы үҙенең
эшсән, талантлы халҡы менән башҡаларҙан
айырылып тора. Республикабыҙҙа йылҡысылыҡ, умартасылыҡ,
игенселек, урмансылыҡ, һунарсылыҡ алға киткән. Тыуған
яғым
дың тәбиғәте һәр бер кешене үҙенә ылыҡтырып,
ымһындырып саҡырып тора. Юҡҡа ғына Башҡортостанды икенсе Швейцария
тип атамайҙар. Ошондай мөғжизәле ожмахтай ерҙә йәшәүем менән

мин бик бәхетлемен.

«Башҡортостан картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына,

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына!»

Тыуған Башҡортостанымды бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим ҡайын
япрағы менән тиңләй. Ҡайын япрағындай ғына булһа ла, минең
республикам бик ҙур. Башҡортостан үҙенең ғорур тауҙары, тәрән
йылғалары, таҙа күлдәре мен
ән данлы. Ҡурай моңо, хуш еҫле
бал
ы тик минең тыуған яғымда ғына бар. Ҡуйы
урмандары, борма-борма ағып ятҡан йылғалары, ҡая өҫтөндә таш
араһында үҫкән ҡарағайҙары менән һәр кемде хайран ҡалдыра. Минең
республикамда эшһөйәр, ярҙамсыл халыҡ йәшәй. Мин дә Башҡортостандың
үҫешенә үҙ өлөшөмдө яҡшы уҡыуым менән индерәм. Сөнки республикамдың
киләсәге беҙҙең ҡулдарҙа
.

Башҡортостандың тәбиғәте.

Һәр кемгә ғәзиз, яҡын тыуған ил берәү генә була.
Башҡортостан-минең илем. Бында тыуҙым, үҫтем, йәшәйем һәм бының
менән сикһеҙ ғорурланам. Сөнки тыуған яғыбыҙ тәбиғәтенең байлығы,
матурлығы, ғорур тау-ҡаялары, йылға-күлдәренең күплеге, һыуҙарының
муллығы һоҡланғыс! Башҡортостандың тәбиғәте үҙе бер мөғжизә. Бында
мәғрүр ҡаялар, бейек тауҙар менән бер рәттән сикһеҙ далаларҙы ла
осратырға мөмкин. Тыуған илемдең үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы
ла бай һәм күп төрлө. Башҡортостан -бәрәкәтле ер. Башҡорт балы һәм
шифалы ҡымыҙының даны башҡа илдәргә лә таралған. Мин шундай
республикала йәшәүемә бик шатмын.

  • Башкирский архив ревизские сказки
  • Башкирские сказки про медведя
  • Башкирские сказки про батыров
  • Башкирские сказки о животных на русском
  • Башкирские сказки короткие на башкирском языке