4
1 ответ:
0
0
Минем (имя друга) исемле дусым бар.Без анын белан гел бергабез. Мин ауыр халга элаксам ул хар чак ярдам кулы суза. Мин да уны кайгы халда калдырганым юк. Без анын белан балакай чакта ук дус булган инек. Ботен доньяла да бындай дус таба алмассын инде. Мин уйлайым без анын белан бер да айырылышмабыз, ботен булган телагем шул. Мин ана зур рахмат айтасем кила. Не забудь благодарить меня)
Читайте также
1. Телеграмма пишется не на бумаге, а на компьютере, телефоне и т. д. Письмо пишется на бумаге.
2.И там, и там можно писать сообщение или что либо другое.
Вроде правильно
Наука играет важную роль в жизни человека. Благодаря ей, мы знаем наше строение тела, знаем какая птица самая маленькая и какое животное самое большое. Наука даёт дополнительную информацию о мире.
1 на 12 этаже
2 брат
3 вычел время которое потратил на поход к соседу
Если дежные единицы будут часто меняется , государству придется затрачивать много средств на печать новых купюр,литье новых монет и замены документов
Антанино Вивальди — «концерт №4Фа Минор «ЗИМА» «
Пётр Ильич Чайковский — «ЗИМА» «СВЯТКИ»
Астор Пьяццолла — Invierno Porteño Lento
В.А. Гаврилин — » ВРЕМЕНА ГОДА «
1 СЕНТЯБРЬ (хикәйә)
Йәшәгән, ти, бер ҡыҙыҡай. Уға ете йәш
тулған. Ете йәш тулғас, ни эшләйҙәр? Әлбиттә, мәктәпкә баралар.
1 сентябрь көндө ҡыҙыҡайҙың бик матур булғыһы килгән. Ҡолағына әсәһенең
алҡаларын таҡҡан, муйынына муйынса кейгән, ирененә иннек һөрткән. Аяғына
әсәһенең осло үксәле туфлийын кейгән дә, әсәһенең сумкаһын тотоп, мәктәпкә
барырға сыҡҡан.
— Мине ал, уҡытыусыңа бүләк итерһең! — тип
инәлгән өҫтәлдә ултырған сәскәләр.
— Мине тот ҡулыңа, бик кәрәк бит мин һиңә!
— тип инәлгән портфеле.
— Мине кей өҫтөңә! — тип үтенгән мәктәп
формаһы.
— Мине кей аяғыңа! — тип ялбарған
сандалийы. — Мин бик уңайлы.
Ҡыҙыҡай береһен дә тыңламаған.
Мәктәпкә килһә, ни күрһен: бөтә балалар ҙа
сәскә тотҡан, мәктәп формаһы кейгән, ҡулдарында — портфель. Ҡыҙыҡай өҫ-башын
алмаштырырға тиҙ генә өйҙәренә йүгергән. Йүгереүен йүгергән дә бит, Белем
байрамына һуңлаған. Бик күп ҡыҙыҡтарҙы күрмәй ҡалған, ти.
(Факиһа Туғыҙбаева)
АЛДАҠСЫ ЙОНДОҘҘАР (хикәйә)
Ҡояш болот аҫтына инде. Яй ғына ҡар яуа
башланы.
Хәлимә, ҡыуанып: ,
— Хәлим, ҡара әле, күктән йондоҙҙар төшә. Бына —
бейәләйемдә! — тине.
Хәлим ҡараны. Ысынлап та, күҙгә саҡ ҡына күренерлек
аҡ йондоҙҙар бар ине.
— Йондоҙҙарҙы әсәйемә индереп күрһәтәйем әле! —
тип Хәлимә өйгә йүгереп инеп китте.
— Әсәй, бына йондоҙ тоттом, — тип ҡысҡырҙы,
ишектән ингәс тә.
— Ниндәй йондоҙ ул?
— Бына!
Хәлимә аптырап китте. Ҡараһа, бейәләй һыртындағы
йондоҙҙар юҡ.
— Әсәйемә барыбер индереп күрһәтермен. Хәлим,
ишекте ас. Мин тиҙ генә инермен. Ҡасырға өлгөрә алмаһындар.
Улар тағы өйгә инделәр. Тик барыбер йондоҙҙар күҙ
асып йомған арала юғалалар ҙа ҡуялар.
(Фәрит
Иҫәнғолов)
ТӘҮГЕ СӘСКӘЛӘР йәки УМЫРЗАЯ
ҒҮМЕРЕН ӨҘМӘГЕҘ!
Яҙ етеү менән, тәбиғәтебеҙгә йәм өҫтәп,
тәүге сәскәләр баш ҡалҡыта. Тәүге сәскәләр оҙаҡ йәшәмәй, ғалимдар уларҙы
эфемероидтар тип йөрөтә. Грек теленән тәржемә иткәндә эферос бер көнлөк, тиҙ
үтеүсән тигәнде аңлата.
Беҙҙең Башҡортостанда үҫкән эфемероидтарға
яҙ йондоҙо (хохлатка плотная), елбәгәйҙәр (ветреница дубравная и ветреница
лютиковая), баллыҡайҙар (медуница) инә. Ә тау битләүҙәрендә һары умырзая
(адонис майский), күк умырзая (сон трава), кәзә һаҡалы (первоцвет весенний),
ҡаҙ һуғанбашы (гусиный лук) үҫә. Йыш ҡына улар ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән сәскә
ата. Бына шуға ла был үҫемлектәрҙе умырзая — ҡар сәскәһе тип атайҙар.
Иртә яҙ сәскә атыусы үҫемлектәр һәр ваҡыт
иғтибарҙы үҙҙәренә тартып тора, сөнки улар оҙон ҡыштан һуң беренсе булып сәскә
атыусы үҫемлектәр. Үкенескә ҡаршы, йыш ҡына уларҙы тамырҙары менән йолҡоп алып,
ҙур-ҙур гөлләмәләр яһайҙар һәм үҫемлекте бөтөнләйгә һәләк итәләр.
Бынан тыш, кешеләрҙең битарафлығы
арҡаһында сыҡҡан янғындар ҙа умырзаяларҙың ғүмерен өҙә. Янғындар арҡаһында
һуңғы йылдарҙа елбәгәйҙәрҙең, һары һәм күк умырзаяларҙың һаны ҡырҡа кәмене. Был
үҫемлектәр Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Уларҙың бөтөнләй юҡҡа
сығыуына юл ҡуйырға ярамай.
Умырзаялар гөрләп сәскә атһын, уларҙың
ғүмерҙәрен өҙмәйек, һаҡлайыҡ һәм яҡлайыҡ!
ҠАЙЫН УРМАНЫНДА (хикәйә)
Беҙҙең ауыл эргәһендә генә ҡайын урманы
бар. Йәй көнө унда юҡ нәмә юҡ: ҡоштар һайрай, күбәләктәр оса, сәскәләр үҫә, бәшмәктәр
бүртенә, електәр бешә.
Ҡояш күтәрелеп, үлән япраҡтарындағы ысыҡ
кипкәс, Әлфиә ана шул урманға китте. Ул башына аҡ эшләпә кейгән. Шуға күрә
сәсенә тағылған ҡыҙыл таҫмаһы күренмәй. Бәлки, уны бөгөн тағып та тормағандыр.
Ҡулындағы кескәй кәрзинкәһендә нәмә бар икән тиһегеҙме? Әлегә бер нәмә лә юҡ.
Урманға шулай буш баралар инде. Ҡайтҡанда, һеҙ уның кәрзинкәһенә күҙ һалығыҙ.
Ниҙәр барын шунда күрерһегеҙ.
Урманға етер-етмәҫ үҡ, Әлфиәгә ҡыҙыл
ҡанатлы бик матур күбәләк тап булды. Ул, сәскәнән сәскәгә ҡунып, яй ғына осоп
йөрөй. Ҡулың һуҙ ҙа тот та ал үҙен! Әлфиә күбәләккә үрелде. Инде тоттом
тигәндә, теге тағы осоп китте. Ҡыҙ уны ҡыуырға тотондо. Шул саҡ күбәләк былай
тине:
— Мин бөгөн иртән генә йәшәй башланым. Һин
миңә теймә. Иркенләп бер уйнап ҡалайым. Үҙең уйнағанда шулай ҡыуып йонсотһалар,
рәхәт булырмы һуң? — Шул һүҙҙәрҙе әйтте лә күбәләк арыраҡ осоп китте. Әлфиә
күбәләккә башҡаса ҡағылманы.
Урманда һәйбәт нәмә бер күбәләк кенәме ни?
Ана ниндәй матур сәскәләр үҫә. Теләһәң – ҡыҙылын, теләһәң – ағын, теләһәң
зәңгәрен өҙ. Әлфиә сәскә йыйырға уйланы. Ул яңы ғына асылып сыҡҡан ҡыҙыл
сәскәгә үрелде. Өҙҙөм генә тигәндә, сәскә илап ебәрҙе:
— Ай, ай! Аяғымды ауырттыраһың. Ниңә ул
тиклем ҡаты тотонаһың? Ай! Ебәр!- Әлфиә сәскәне ебәргәс тә, теге, илауынан
туҡтай алмай, һөйләнә бирҙе. – Мин бәләкәс бит әле. Яңы ғына бөрөнән сыҡтым. Ә
һин һуғышаһың. Үҙеңдең аяғынды шулай ҡыҫып тотһалар, рәхәт булыр инеме?
Әлфиә, сәскәне ҡалдырып, урман эсенә инеп китте. Ҙур ғына бер ағас төбөндә уға
аҡ эшләпәле бер бәшмәк осраны. Арыраҡ һирәк үлән араһында бүтән эшләпәләр ҙә
күренде. “ Бәшмәк йомшаҡ бит, уның тәне ауыртмайҙыр,” — тип уйланы Әлфиә.
Кәрзинкә тултырып, ул бәшмәк йыйырға булды. Әлеге аҡ эшләпәгә үрелде.
Тейер-теймәҫ үк, бәшмәк сырылдарға тотондо:
— Эшләпәмде… эшләпәмде боҙаһың, тим!
Үҙеңдең эшләпәңде боҙһалар, рәхәт булырмы һун?
Әлфиә ҡулын тиҙ үк тартып алды. Бәшмәк һаман сырылдай бирҙе:
— Мин дә һинең кеүек ҡыҙ! Мин – бәшмәк
ҡыҙы. Мин һинең эшләпәңде боҙмайым бит. Һин дә кешенекенә теймә!- Асыуына
сыҙаша алмай, шулай әрләшә торғас, бәшмәк торған еренән ергә ауҙы.
Әлфиә, аптырап, ҡайтырға боролдо. Ул кескәй генә аҡланға килеп сыыҡты. Унда
тәгәрәп-тәгәрәп еләктәр бешкән. Ҡыҙ инде уларҙы өҙөргә баҙнат итмәне. Күҙҙәрен
мөлдөрәтеп ҡарап тик торҙо. Иң ҙур ҡыҙыл еләк, башын яй ғына бороп, ҡыҙға үҙе өндәште:
— Нимәгә иҫең китте? Ниңә беҙҙе
өҙмәйһең?
Әлфиә яуап ҡайтарманы. Теге еләк татлы
һүҙҙәр теҙеп китте:
— Беҙ инде тамам бешеп өлгөрҙөк. Ғүмеребеҙ
барыбер күп ҡалманы. Һин беҙҙе күп итеп йыйып кит. Өйҙә әсәйен беҙҙән ҡаҡ
ҡойор, варенье ҡайнатыр. Һалҡын ҡыш килгәс, һеҙ, күмәкләп табынға йыйылып, ҡаҡ,
варенье менән сәй эсерһегеҙ. Шул саҡ урман аҡланын, беҙҙең менән бергә йәшәгән
сәскәләрҙе, күбәләктәрҙе, бәлки, хәтергә төшөрөрһөгөҙ. Беҙ йәшәгән йәйҙе
һағынып ҡуйырһығыҙ.
Тартынма, өҙ беҙҙе. Беҙ шундай тәмлебеҙ,
хуш еҫлебеҙ. Беҙ — ер менән ҡояш балалары.
Әлфиә башта еләктәрҙе шикләнеберәк өҙҙө. Ҡарышыусы булмағас, ул тиҙ үк
ҡыйыуланып китте. Еләктәр кәрзинкәгә үҙҙәре лә һикереп менделәр, ахырыһы. Кәрзинкә
һә тигәнсе тулды. Ҡыҙ йүгерә-йүгерә өйгә ҡайтты. Баяғы ҙур еләктең нәмәләр
әйткәнен әсәһенә һөйләп бирҙе. Әсәһе еләктәрҙең теләгенә ҡаршы килмәне. Уларҙан
ҡаҡ ҡойҙо, варенье ҡайнатты.
Ысынлап та, ҡышын, сатлама һалҡын кистәрҙең береһендә, еләк вареньеһе менән сәй
эскәндә,
Әлфиәнең атаһы ошо һүҙҙәрҙе әйтте:
— Бөтә өйгә йәй еҫтәре таралды бит. Бер
һағынмаһаң, бер һағынырһың шул еләкле, сәскәле йәй айҙарын …
(Мостай Кәрим)
КӘКҮК СӘЙЕ
Таң атып, ҡояш тау башына еткәс, Таңдысаны әсәһе
арҡаһынан һөйөп уятты.
— Тор, ҡолонсағым. Барса донъя йоҡонан уянып бөттө
инде. Ана кәкүк тә саҡыра…
— Кемде саҡыра? Ҡайҙа саҡыра?
— Таңдысаны «кәкүк сәйе» эсергә алып килегеҙ, ти.
— Бәй, кәкүк тә сәй ҡайната беләме ни? Ә уның самауыры
бармы?
Таңдыса, әсәһенә һорауҙар яуҙыра-яуҙыра, тиҙ генә
кейенде лә:
— Әсәй, сәйҙе кәкүк ҡайҙа эсерә?-— тип һораны.
— Тауҙа, ҡыҙым. Йәшел үләндәр түшәлгән, ебәк
шәлле ҡайындарҙың һәр ботағы һайын ҡоштар һайрап ултырған сәхрәлә.
— Әсәй, кәкүк сәй эсергә беҙҙе генә саҡырамы?
— Юҡ, ҡыҙым. Кәкүк шулай һәр йыл һайын йәй
башында, ер-һыу һурыҡҡас, ауылыбыҙҙың бөтә инәйҙәрен, апайҙарын, барса
ҡыҙ-ҡырҡынын тәбиғәттең иң гүзәл бер урынына сәй эсергә йыйып ала.
— Ә малайҙарҙы, атайҙарҙы, олатайҙарҙы?
— Уларҙы саҡырмай шул. Кәкүк бына һинең кеүек
матурҡай ҡыҙҙарҙы ярата.
— Һе, ҡыҙыҡ икән. Моғайын, ул ҡыҙҙарҙы, инәйҙәрҙе
тәтәй күлдәктәре, төҫлө таҫмалары, уҡалары, бөрөлгән япма-япма итәктәре, көмөш
тәңкәле ҡашмауҙары, сәсмәүҙәре, камзулдары өсөн яраталыр…
Таңдыса, тауға яҡынлашҡас, әсәһен дә көтөп тормай, сөкөрләшеп һөйләшеп,
йырлашып, ҡумыҙ сиртеп ултырған апайҙар, инәйҙәр эргәһенә йүгерҙе.
— Кәкүк сәйе тәмле булһын! Миңә лә эсерегеҙ әле!
— Ай әттәгенәһе, кәкүк сәйен беҙ һин йоҡлағанда
эсеп бөттөк бит әле,— тип шаяртты бер инәй. Үҙе Таңдысаның алдына оло сынаяҡ сәй
яһап ултыртты, тәм-том ҡуйҙы.
— Юҡ, миңә кәкүк сәйе кәрәк!— тип иламһыраны
Таңдыса.
— Таңдыса, был бит «Кәкүк сәйе» тип аталған
байрам. Бәләкәс кенә ҡош нисек итеп һиңә самауыр ҡайнатһын?!— тип йыуатты табын
янына килеп еткән әсәһе.— Йәһәт кенә сәйеңде эс тә әхирәттәрең менән уйынға
төш.
Шул саҡ яҡында ғына өҙҙөрөп кәкүк саҡыра башланы.
Өлкәндәр, тын ҡалып, уның ҡысҡырғанын һананы.
— Таңдыса, ана, кәкүк һиңә ғүмер юрай, — тиеште
улар, йылмайышып.— Әйҙә, бергәләп һанайыҡ әле: бер, ике, өс, дүрт, биш…
Кәкүк саҡырҙы ла саҡырҙы. Әллә кәкүк Таңдысаны
матурлыҡҡа һоҡланырға, тәбиғәтте яратырға саҡырамы икән? Кә-күк, кә-күк!
(Таңһылыу
Ҡарамышева)
КӨНДӘЛЕК (хикәйәт)
Мөнир мәктәптән ҡайта ла урамға атыла. Әсәһенең
:
— Улым, тамағыңа ашап ал, — тигән һүҙҙәрен
ишетмәй ҙә. Иптәштәре менән туйғансы туп тибә. Арып, асығып ҡайтып керә.
Дәрестәрен ҡарарға хәле лә булмай. Ятып йоҡлай.
Бөхтә, бишле менән тулы, ғорур көндәлек бер нәмә лә аңламай. Хужаһы көн һайын
уны асып, дәрестәрен әҙерләй торғайны. Һоҡланып туя алмаҫ ине бишлеләргә.
Икелеләр өҫтәлгән һайын көндәлек ҡыҙарып бүртенә,
асыуы килә. «Бер көндә мине бысратты, йыйған бишлеләрҙе юҡҡа сығарҙы”, —
тиеп үпкәләй. Мөнир менән башҡа мәктәпкә йөрөмәҫкә була.
Ҡыңғырау тауышын ишеткәс, ауыр һулап, икеле менән
тулған көндәлеген ҡулына ала уҡыусы. Шул ваҡыт, әсә теленән алған йәмһеҙ билдә
күҙен ҡыҫа ла, телгә килә: «Ҡайғырма! Юҡҡа башыңды ватма! Һәр саҡ шулай
бул!” Шунан һикереп төшә лә уҡыусының елкәһенә үк менеп ултыра.
— Минең менән дуҫ булһаң, бер генә лә бошонмай,
рәхәт йәшәрһең, — ти.
Ҡурҡышынан көндәлеге ҡулынан төшөп китә малайҙың. Сығырға тип ҡуҙғалһа,
икелеләр сат йәбешә.
— Ялҡауҙарға ’’ярҙам ҡулы ‘’ һуҙабыҙ, ә улар шыңшып ултырған була, — тип
үсекләйҙәр, уҫаллашып. — Юҡ инде, дуҫҡай, беҙҙән еңел генә ҡотола
алмаҫһың.
Башын түбән эйеп, өнһөҙ ултырған малай көндәлеккә йәл булып китә. Ул булған
асыуын онотоп, ярҙамға ашыға.
— Ебәрегеҙ уны, йәбешкәктәр! Иртәгә дәрестәр
башланыу менән ҡотолор һеҙҙән, -тип ҡысҡырып ебәрә.
Ә икеленең һис кенә лә ебәргеһе килмәй малайҙы.
Һәм үҙенә ярҙамға берле билдәһен саҡыра.
— Мин һиңә, икеле, булыша алмайым, көндәлек мине
яратмай, таяғымды ла баҫтырмай, — тип яуаплай теге.
«Тағы нимә уйлап табырға? Нисек эләктерергә?”
тип, баш вата яуызҡай.
— Ярай, әтүһәң, көс һынашайыҡ. Бер көн эсендә
ниндәй билдәне көндәлеккә күберәк ҡуйғандар, шул еңәсәк, — ти аптырап. Шунда
уҡ: «Беҙ дүртәү”, — тип һөрән һала үҙе. «Бишле” бишәү булып сыға.
Яҡшылыҡ билдәһе еңә. Ә көндәлек, шатлығынан:
— Бар, эҙең дә булмаһын! — тип, ҡыуа икелене, ә
теге һаман да нығыраҡ йәбешә, Мөнирҙән ярҙам һорай.
Үҙ хатаһын аңлай малай. «Башҡа бындай бәләгә
тарымаясаҡмын”, — тип һүҙ бирә үҙ-үҙенә.
Мәктәптән ҡайта ла өйгә эштәрен әҙерләргә ултыра.
Һуңынан уйнап та ала. Иртәгәһен һәр дәрестә ҡул күтәреп яуаплай.
Ә Көндәлек «бишле”ләрҙе тултыра ла, алсаҡ
йылмайып, Мөнирҙең ҡулын ҡыҫа.
(Зөбәйҙә
Исламова)
ҠЫҘЫЛ-ҺАРЫ-ЙӘШЕЛ (хикәйә)
Бөгөн почтаға барып, гәзит-журналдарға
яҙылырға кәрәк икән. Асмандың өләсәһе уларҙы күпләп алдыра, шуға күрә малай
«Аҡбуҙат» журналын күптән белә һәм ярата.
Почтаға барыр өсөн әллә нисәмә юл аша
уҙырға кәрәк.
Асман светофорҙарҙы күҙәтеп кенә бара:
ҡыҙыл яндымы, ул төҫ алмашынғанды өләсәһе менән сабыр ғына юл ситендә баҫып,
көтөп тора. Шунан һары төҫ тоҡана — ул оҙаҡ тормай, сөнки атларға мөмкин икәнде
хәбәр генә итә. Шунан инде йәшел төҫкә сират етә — ул күңелле итеп балҡып, малайҙы
юл аша сығырға саҡыра.
Малай юл билдәләрен белә лә башлаған
инде.
— Ана, һары төҫтәге шаҡмаҡлы һүрәтте
күрәһеңме? — тип һораны ул өләсәһенән, бағанаға беркетелгән ҡалайға
күрһәтеп.
— Күрәм, ҡолонҡасым, ә нимәне аңлата
ул?
— Төп юл икәнде, — тип яуапланы малай,
шуны ла белмәгән өләсәһенә аптырап ҡарап.
Өләсәһе ғәжәпләнде:
— Ә быны белеү нимәгә кәрәк?
— Бик кәрәк, өләсәй. Төп юлдан килгән
машина алдан уҙырға тейеш. Ана бит ихаталар эсенән күпме машина сыға, уларға
көтөп торорға кәрәк. Улар көткән арала беҙ ҙә тротуарҙан уҙып өлгөрәбеҙ.
Өләсәһе әлдә юлға ейәне менән сыҡҡан,
юҡһа, машина аҫтына эләгеп ҡуйыуы ла бар ине бит.
Шулай матур ғына һөйләшеп килгәндә, светофорһыҙ бер юл сатында өләсәһе малайҙы
етәкләп алды ла йүгерә башланы.
— Ихата эсенән шәп итеп машина килә ине! —
тине ул сығып еткәс.
Улар янынан ысынлап та бер автомобиль
«выжт» итеп кенә уҙып та китте.
— Их, өләсәй, ихатанан яғынан килгән юлға
еткәс, туҡтап тирә-яҡҡа ҡарап алырға ине. Ул саҡта былай ахылдап йүгерергә тура
килмәҫ ине! — тине малай. — Әлдә сығып өлгөрҙөк әле.
— Дөрөҫ әйтәһең, балам, — тип яуапланы
өләсәһе. — Мин ҡарағайным да ул, машиналарҙы өй алдына шыплап тултырғандар ҙа,
улар артынан бер ни күренмәнесе. Шуға ла хатта инде юл аша уҙа башлағас та
бик-бик иғтибарлы булырға кәрәк. Машинаһын дөрөҫ йөрөтмәгән алйоттар ҙа була
бит.
Почтала Асмандың өләсәһе
«Башҡортостан», «Йәшлек», «Киске Өфө» гәзиттәренә
һәм бик күп башҡортса журналдарға яҙылды.
— «Аҡбуҙат»ты онотоп ҡуйма, —
тип Асман өләсәһенең итәгенән тартып ҡына торҙо. Бик оҙаҡ яҙҙы бит, онотоп та
ҡуйыуы бар шул.
Был эште тамамлап, ҡайтырға сыҡҡас Асман
светофорҙы ла, юлды ла бик иғтибарлап ҡарап ҡына барҙы. Өләсәһенә юл
ҡағиҙәләрен яңынан тотош аңлатты, иҫенә төшөрҙө. Ҡарт кеше бит, онотоп ҡуйыуы
ла бар.
Гүзәл Ситдиҡова
Әтәс менән буяҡтар
Айнур Әтәс һүрәтен төшөргән. Төшөрөүен төшөргән
дә, буярға онотҡан да ҡуйған! Китеп бара, ти, урам буйлап ғорур баҫып буяуһыҙ
Әтәс урам буйлап. Ҡаршыһына Көсөк осраған.
— Һин нишләп ул улай төҫһөҙ йөрөп ятаһың? – тип
ғәжәпләнеп һораған Көсөк. Әтәс һыуға баҡҡан.
Ысынлап та, Көсөк дөрөҫ әйтә икән дә баһа,
бөтөнләй төҫһөҙ икән шул!
Әтәстең кикереге шиңгәнен күреп, Көсөк уны
тынысландырырға ашыҡҡан:
— Ярар, бойоҡма, һин Буяҡтарға бар. Улар һиңә
мотлаҡ ярҙам итәсәк!
Киткән ти, Әтәс Буяҡтарҙы юллап.
— Буяҡтар,төҫлөкәйҙәр! Миңә ярҙам итегеҙсе! — тип
үтенгән.
— Ярар, беҙ һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер! — тигән
дә Ҡыҙыл төҫ Әтәстең кикереген, һаҡалын ҡып-ҡыҙыл итеп буяп та ҡуйған.
Шунан Күк төҫ эшкә тотонған. Ул Әтәстең ҡойроғон
буяған. Йәшел төҫ ҡанаттарҙы матурлаған, Һары төҫ — күкрәктәрен.
— Үәт, хәҙер һин – ысын Әтәс! – дуҫының шундай
сағыу төҫлө ғорур әтәскә әйләнеүен күреп, Көсөк тә ҡыуанған.
Ә был әтәсте һин үҙең буя, дуҫым! Бынау себеште
лә буярға онотма. Яңы ғына йомортҡанан сыҡҡан себеш ниндәй төҫтә була әле? Эйе,
һарыҡай төҫтә була! Уңыштар һиңә, дуҫым!
Translatero.com > Русско башкирский переводчик онлайн
ё
й
ъ
ь
50 популярных слов для перевода с русского башкирский язык
Поебемся
Привет
мама
Здравствуйте
сестра
Папа
бабушка
дом
Люблю
Ты
Всё
Друг
танцую
Дядя
Сижу
вперёд
синий
я
Уфа
Малыш
Хлеб
Целую
сова
Подарок
весело
сердца
сестрёнка
Это
Лётчик
Перевод
Достижения
кушает
Творческий
Идем
Снегурочка
Пища
Кошка
Птица
Клюв
Писателем
Поздравляем
Музыку
Клубился
известный
Достойный
Шить
Труд
Расположен
Новый
занимаюсь
Следующая >>>
30 популярных выражений для перевода с русского башкирский язык
Сварочный аппарат
Как дела
Дед мороз
Я тебя люблю
Я свободен
Аленький цветочек
люблю тебя
Он учится
Я люблю зиму
Возобновляет работу
Я лиана
Можно войти
Спортивная форма
Наступила зима
Я не понимаю
Моя мама
Первая роль
Ты мне нужна
Среди ветвей деревьев
Ты где
Ты заебала
Я родилась
Я тебя хочу
Тяжело на сердце
природные ресурсы
Клюв у птицы
Снег прекрасно сияет
Волосы какие
Новый год
Дети делали снеговика
Следующая >>>
20 популярных фраз для перевода с русского башкирский язык
от доброго дела и камень добреет
Я тоже тебя люблю
Моё любимое время года — лето
У людей в распоряжении есть ещё улыбка
Наша хата стоит на опушке леса
Дети играют в снежки и лепят снеговика
Бабушка пьёт чай с лимоном
Помогаешь ли ты родителям в домашних делах
Самый известный башкирский эпос
Сам пропадай, а друга выручай
После завтра приедет в гости моя сестренка
Сколько времени ты проводишь за компьютером
Был ли ты в Уфе
не может без сердца
летом тепло можно загорать купаться
Не хвались серебром, а хвались добром
спи теперь, моя красавица
будь осторожна прошу тебя
В это утреннее время
я к тебе начала привыкать
Следующая >>>
Пожалуйста, помогите откорректировать тексты:
Грани Разума
Русский
Популярные направления онлайн-перевода:
Башкирский-Русский Башкирский-Татарский Башкирский-Турецкий Итальянский-Русский Казахский-Башкирский Русский-Итальянский Русский-Французский Татарский-Башкирский Узбекский-Башкирский Французский-Русский
© 2023 Translatero.com — онлайн-переводчик
Privacy policy
Terms of use
Contact
ResponsiveVoice-NonCommercial licensed under (CC BY-NC-ND 4.0)