Өс алтын ҡурсаҡ
(һинд халыҡ əкиəте)
Бер батша, күрше ил халҡын һынап ҡарарға уйлап, шул илдең
солтанына өс алтын ҡурсаҡ ебəрə. Был ҡурсаҡтар бер төҫлө булалар.
Ауырлыҡтары, буй-һындары ла бер үк. Ə хаҡына килгəндə, береһе — мең һум,
икенсеһе — йөҙ, өсөнсөһө ун һум ғына икəн. Ниңə улай булыуы һис кенə лə
билдəле түгел, ти.
Солтан бүлəкте ала ла үҙенең ярандарына ҡурсаҡтарҙы ҡарарға,
уларҙың ниндəй ғиллəһе барлығын белергə ҡуша. Бөтə вəзирҙəр, ғалимдар һəм
бүтəн белгестəр ҡурсаҡтарҙы əйлəндереп-əйлəндереп ҡарайҙар. Лəкин бер кем
бер нəмə аңламай.
Ярандары белмəгəс, солтан ябай халыҡҡа һарайға инергə рөхсəт бирə.
Бер көндө һарай ҡапҡаһы төбөнə бер егет килə. Уны индерəлəр ҙə
ҡурсаҡтарҙы күрһəтəлəр. Егет уларҙы бик ентеклəп ҡарай. Ҡарай торғас, ул
ҡурсаҡтарҙың ҡолаҡ тишектəренə туҡтала. Ҡыл ала ла береһенең ҡолағына
тыға. Ҡылдың осо ҡурсаҡтың ауыҙынан барып сыға. Икенсе ҡурсаҡты ла ала,
ҡыл уның бер ҡолағынан икенсеһенə килеп сыға. Шунан өсөнсө ҡурсаҡты ала.
Ҡолағынан индерелгəн ҡыл уның йөрəгенə барып етə һəм шунда туҡтай.
Шунан егет солтанға былай ти:
— Был ҡурсаҡтар өс төрлө кешегə оҡшаш. Тəүге ҡурсаҡ — ни ишетһə,
шуны лығырлап йөрөй торған кеше. Бындай бəндəгə бер ҙə ышанып булмай.
Бының хаҡы арзан. Икенсе ҡурсаҡ бер ҡолағынан кергəн һүҙ икенсеһенəн
сығып китə торған кешегə тартым. Бындай бəндə һүҙҙе аңламай, кəңəште
тотмай, еңел аҡыллы була. Унан əллə ниндəй файҙа ла, ул тиклем зыян да юҡ.
Бының хаҡы уртаса йөрөй. Ə өсөнсө ҡурсаҡ — ни ишетһə лə, йөрəгенə һалып
ҡуя торған, сер һаҡлар кеше. Бының хаҡы бик ҡиммəт.
Солтан был егеттең зирəклегенə аптырай.
— Кем өйрəтте быға һине? — тип һорай.
— Олатайым, — ти егет.
— Кем ул олатайың? Ни эшлəй? Нисек донъя көтə? — тип һорай
солтан.
— Ул ҡырҡ йыл иген иккəн, ҡырҡ йыл көтөү көткəн, һикһəн йыл халыҡ
һүҙен тыңлаған, — тип яуап бирə егет.
— Һуң ул йөҙ алтмыш йыл йəшəгəнме ни?
— Юҡ, һикһəнде генə. Ул иген иккəндə лə, көтөү көткəндə лə ил
халҡынан фəһем алып йөрөгəн.
— Һуң, минең вəзирҙəрем халыҡтан фəһем алмаймы икəн ни?
— Улар халыҡты йə ат, йə фил өҫтөнəн генə күрəлəр бит, — тигəн
тапҡыр егет.
Ғəмһеҙ ҡарт менəн йылан
(ғəрəп халыҡ əкиəте)
Юлдан “өс аяҡлы” ҡарт бара. Тирə-яҡҡа ҡарана. Йырлап та ала. Таяғын
ергə тып-тып төртөп, атлай ҙа атлай. Ҡапыл ҡаршыһына йылан килеп сыҡҡан.
— Ҡотҡар мине, шəфҡəтле ҡарт. Иҫəн ҡалһам, мөгөҙөмдө һиңə бирəм.
— Нимəнəн ҡурҡаһың, мəхлүк?
— Мине үлтерергə килəлəр.
Аңра ҡарт оҙон еңен ергə һуҙған. Йылан, ең эсенə кереп, белəгенə
уралған. Шунда уҡ суҡмар, күҫəк тотҡан кешелəр килеп еткəндəр.
— Ошолай табан бер йылан тəңгəллəне. Күрмəнеңме, юлсы? — тип
һораған береһе.
— Ул мəхлүктə ни үсегеҙ бар?
— Улымды сағып үлтерҙе. Ҡайҙа китте шул яуыз?
— Бынау ҡыуаҡлыҡҡа кереп китте, шикелле.
Суҡмарлы кешелəр киткəс, ғəмһеҙ ҡарт еңен йəнə аҫҡа һуҙған.
— Сыҡ, мəхлүк. Ҡотолдоң. Юлыңда бул.
Йылан төшə башлаған. Кинəт йылан икəне уның иҫенə төшкəн дə
ҡарттың белəген саҡҡан. Ҡарт ергə ауған.
— Ни эшлəнең һин? Мин һине əжəлдəн ҡотҡарҙым, ə һин…
— Ə ниңə еңеңə кереттең?
— Ялбарҙың бит.
— Минең йылан икəнде ниңə оноттоң?
— Бик йыуаш күрендең бит.
— Булһа, булғандыр. Ул саҡ йылан икəнемде мин үҙем дə онотҡанмын.
Йылан бер яҡҡа шыуышҡан. Ҡарт юлсы туҙанда ятып үлгəн.
Ишəк менəн ат
Бер кешенең ишəге менəн аты булған. Бер ваҡыт улар юл буйлап
баралар. Ишəк атҡа əйтə икəн:
— Миңə ауыр, бының барыһын да илтеп еткерə алмам, бик аҙын ғына
булһа ла һин ал минəн.
Ат тыңламаған. Ишəк, көсəнеп күтəреүҙəн, йығылған да үлгəн. Хужа,
бөтə йөктө ишəктəн алып, ат өҫтөнə тейəгəн, өҫтəүенə, ишəктең тиреһен дə
һалған.
Ат, үрһəлəнеп, кешнəп ебəргəн:
— Ах, мин ниндəй бəхетһеҙмен, башыма ниндəй ҙур хəсрəт, ҡайғы
төштө. Ишəккə аҙ ғына ла ярҙам итергə телəмəнем, ə хəҙер бына барыһын да,
етмəһə, уның тиреһен дə бер үҙем күтəреп барам.
Л.Толстой
Төлкө менəн ҡыҫала
Бер заман төлкө менəн ҡыҫала һөйлəшеп тора икəн. Төлкө үҙенең
хəйлəкəрлегенə маһайып: “Əйҙə, йүгерешəбеҙ, кемебеҙ уҙыр икəн?” — тигəн.
“Əйҙə һуң, төлкө дуҫ, мин риза”, — тигəн ҡыҫала, иҫе китмəйенсə генə. Былар
ярыш асҡан. Төлкө йəн-фарман сабып киттем, тигəндə генə, ҡыҫала уның
ҡойроғона йəбешеп алған, ти. Билдəлəнгəн урынға əлһерəп килеп еткəс,
артына ҡарамаҡсы булып, төлкө ҡойроғон болғаған. Шул саҡ ҡыҫала ысҡынып
төшкəн дə: “Мин бында һине əллə ҡасандан бирле көтөп торам инде!” — тип
əйткəн, ти. Ғəжəплəнгəн төлкө телдəн яҙған хатта.__
Ике иптəш
Урман буйлап ике иптəш китеп бара икəн. Уларҙың алдына ҡапыл айыу
килеп сыҡҡан. Иптəштəрҙең береһе ағас башына менеп киткəн. Икенсеһе юл
уртаһында ҡалған. Ул ергə ятып, үлгəнгə һалышҡан.
Айыу уның янына килгəн. Битен, сəсен еҫкəп ҡараған, был үлгəн икəн
тип, кире киткəн.
Айыу киткəс, теге ағас башындағы кеше төшкəн дə көлөп һорай икəн:
— Йə, айыу һинең ҡолағыңа ни тине?
— Ҡурҡыныс килгəндə үҙенең иптəшен ташлап киткəн кеше — насар
кеше, тип əйтте миңə айыу, — тигəн икенсе иптəш.
Л.Толстойҙан
Иң көслөһө — кеше
Борон-борон заманда бер эт йəшəгəн, ти. Көнкүреше ауыр булған. Эт
үҙенə хужа эҙлəп киткəн. Йылға буйында уға бүре осраған. Эт:
— Бүре ағай, һин көслөһөң. Мине үҙеңə алсы! — тип үтенгəн.
Бара торғас, бүре шып туҡтаған:
— Əйҙə ҡасайыҡ, ана айыу килə, ул минəн көслөрəк, — тип сигенгəн.
Уның ҡурҡаҡ икəнен күреп, эт тəүҙə айыуға, унан арыҫланға китеп
ҡараған. Иң аҙаҡтан кеше эргəһенə килгəн.
— Кешенəн дə көслөһө юҡ! Мине үҙеңə алһаңсы! — тип ялынған ул.
Иң көслөһө кеше тип, эт уға һаман да хеҙмəт итə икəн.
Халыҡ əкиəтенəн
Бик борон заманда булған, ти, был хəл. Бер ярлы ғына кеше, утын
ҡырҡып йөрөгəндə балтаһын һыуға төшөрөп ебəргəн.
— Берҙəн-бер балтам ине! — тип илаған.
Шул саҡ һыу инəһе алтын балта алып сыҡҡан.
— Ошомо һинең балтаң? — тип һораған.
— Юҡ, был түгел, — тигəн ярлы.
Һыу инəһе көмөш балта сығарған.
— Юҡ, был да минеке түгел, — тигəн ярлы.
Һыу хужаһы уның үҙ балтаһын күрһəткəн.
— Ошо, ошо минең балтам! — тип үрелгəн теге кеше.
Һыу инəһе:
— Алдашмағаның өсөн һиңə балтаның өсөһөн дə бирəм, — тигəн
(Ғ.Ғүмəрҙəн).
Шалҡан
Бабай шалҡан сəскəйне. Шалҡан бик ҙур булып үҫте. Бабай шалҡанды
йолҡоп алмаҡсы булды: тарта-тарта, тарта-тарта, тартып сығара алманы, ти.
Бабай ярҙамға əбейҙе саҡырған. Əбей бабайға, бабай шалҡанға
тотонған. Эй тарталар-тарталар, эй тарталар-тарталар, тартып сығара алмайҙар,
ти, былар.
Əбей ярҙамға ейəнсəрен саҡырған. Ейəнсəр əбейгə, əбей бабайға, бабай
шалҡанға тотонған. Тарталар-тарталар, тарталар-тарталар, тартып сығара
алмайҙар.
Ейəнсəр ярҙамға Муйнаҡты саҡырған. Муйнаҡ ейəнсəргə, ейəнсəр
əбейгə, əбей бабайға, бабай шалҡанға тотонған. Тарталар-тарталар, тарталар-
тарталар, тартып сығара алмайҙар икəн.
Муйнаҡ Мыяубикəне саҡырған. Мыяубикə Муйнаҡҡа, Муйнаҡ
ейəнсəргə, ейəнсəр əбейгə, əбей бабайға, бабай шалҡанға тотонғандар ҙа, эй
тарталар, эй тарталар, тартып сығара алмайҙар, ти.
Мыяубикə сысҡанды саҡырған. Сысҡан Мыяубикəгə, Мыяубикə
Муйнаҡҡа, Муйнаҡ ейəнсəргə, ейəнсəр əбейгə, əбей бабайға, бабай шалҡанға
тотонған. Тарталар-тарталар, тарталар-тарталар, тарта торғас, көскə тартып
сығарғандар, ти.
Һуған ни өсөн əсе булған?
Борон-борон заманда булған, ти, бер матур ил. Ниндəй генə үҫемлектəр
үҫмəгəн унда!
Бик матур бер аҡланда ике дуҫ йəшəгəн, ти. Һуған малай менəн Аҡсəскə
ҡыҙ булған улар. Бик татыу булғандар улар. Йəйге йылы ямғыр ҙа шатлыҡ
килтергəн, ҡояш нурҙары ла шатлыҡ килтергəн дуҫтарға.
Көн артынан көн үткəн, һалҡын көҙ ҙə еткəн. Бер көндө Һуған күҙҙəрен
асһа, янында Аҡсəскə юҡ икəн. Баҡһаң, төндə һалҡын ҡырау төшкəн дə
Аҡсəскəнең таждарын һулытып ҡуйған. Иң яҡын дуҫын юғалтҡан Һуған
ҡайғыһынан илаған да илаған. Күҙҙəренəн əсе күҙ йəштəре аҡҡан.
Бына шуға күрə һуған əсе икəн ул.
“Йəншишмə” газетаһынан
Өйрəк ватылды
Булатты ауылға алып ҡайттылар. Иртə менəн өлəсəһе уға йылы, тəмле
һөт эсерҙе. Ҡабарып бешкəн күмəс телеме тотторҙо. Шуны ҡаймаҡ менəн
ашарға ҡушты. Сəй яһаны.
Тамағын туйҙырып алғас, Булат ихатаға сыҡты. Унда тауыҡтар ем
сүплəй ине. Ə ҡойроҡ-ҡаурыйҙары төрлө төҫкə мансылған əтəс, тирə-йүнде
яңғыратып, кикреклəй.
Шул саҡ кескəй малай ҡойма буйлап килгəн өйрəк балаларын шəйлəп
ҡалды. Йүгереп барҙы ла береһен элəктерҙе. Теге үҙе йомшаҡ, үҙе пипелдəй. Ə
ҡайҙа һуң бора торған асҡысы? Ергə ҡуйһаң, тегелəренə ҡарай ынтыла. Булат
уны ҡабаттан тота. Муйынын икенсе яҡҡа бороп ҡарай. Юҡ, бəпкə буйһонорға
телəмəй.
Оҙаҡ булашты Булат. Ниһəйəт, өйрəк балаһы өнһөҙ ҡалды. Ул башҡаса
йүгереп тə китмəне, пипелдəмəне лə.
Кескəй малай, өйрəк балаһын ҡулына алып, өйгə инде:
— Өлəсəй, өйрəк ватылды, — тип илап ебəрҙе.
— Йə хоҙай, бəпкəмде харап иткəнһең бит, балаҡайым. Эй шул ҡала,
балаларҙың башын тимер уйынсыҡтар менəн əйлəндереп бөтəлəр бит, — тип
əрнене өлəсəһе.
М.Ғилəж
1
Бүлмәдәге хатын–кызлар кайсы язып, кайсы кулъязма укып өстәлгә капланып утыралар иде. Таңчулпан гына бер эшкә дә тотына алмады, тып-тып итеп тәрәзәгә сибәләгән яңгыр тамчылары астында, бүген күргән төше хәтеренә килде дә шуны уйлап эт булды. Төш күрдем дип артык исе китә торган кеше дә түгел иде инде югыйсә. Әмма, әллә шул яңгыр тәэсирендә, бүгенге төше тынгы бирмәде. Бер карасаң, күргән төшенең һуш китәрлек нәрсәсе дә юк: аяз көнне яңгыр койды да койды гына, ә ул тукталгач, Таңчулпан белән ниндидер егеттән башка һичберкем дә чыланмаган булып чыкты. Ә бит урам тулы халык иде. Ник берәү дә чыланмады икән?! Аннан соң, боларның барсы да төштә булса да, Таңчулпан ул яңгырны өнендә күргәндәй тоела, хәтта киемнәренең җебенә кадәр су үтеп, ни дәрәҗәдә күшегүен дә хәтерли, юк хәтерли генә түгел, ул аны әле дә үз җанында, үз тәнендә тоя кебек иде… Кулына эш бармаса да ул, тырышып-тырмашып нидер кыйраткан каләмдәшләре алдында тик утырудан кыенсынып, алдындагы кулъязмага текәлгән, янәсе бик бирелеп укый инде.
Көтмәгәндә яңгыраган тавыш барсының да башын күтәрде:
– Сәлам, кызлар! Туган илгә хезмәт итәбезме?
Башны күтәрүгә иң тәүдә керүченең бөтен йөзен балкыткан елмаюы күзгә ташланды, бераздан күдрәрәк булып торган коңгырт чәчләре, зифа буй—сыны шәйләнде. Барсы берьюлы күтәрелеп караудан егет үзе дә уңайсызланыбрак калды, ахрысы, ишек янында гына утырган Таңчулпаннан күзләрен тиз генә аерды да, карашын бүлмәдәгеләрнең әле берсенә, әле икенчесенә йөгертте һәм, ниһаять, үзенең ник кергәнен исенә төшергәндәй, урта яшьләрдәге хатынга төбәлде:
– Фәндидә апа, сине сагынып кердем бит мин.
Фәндидәнең күзләрендә мутлык чаткылары күренде:
– Сизеп торам, Искәндәр,– дип елмайды ул,– Мине сагынмый менә бу гүзәлләрне сагынмассың бит инде.
Егет тагы бүлмәдәгеләргә күз йөгертеп чыкты. Кызлар чынлап та гүзәл иде. Әле яңарак кына беренче баласын табып декреттан килгән Алсу да, яшь кенәдән баш-аягы белән дингә чумган Хәдичә дә – һәрберсе үзенчә матур, үзенчә соклангыч иде. Шулай да Искәндәр карашларын Таңчулпанда озаграк тотты. Ә үзе шул халәтеннән уңайсызлангандай Фәндидәнең каршысына ук килеп басты.
– Безнең вечный любовь бит, әйме, Фәндидә апа! – Карашлары янә Таңчулпан ягына омтылды, әмма егет вакытында тыелып өлгерде,– Фәндидә апа, мин бит синең ярдәмеңә мохтаҗмын. Биреп тор әле шул Сак-Сок китабын.
– Менә сиңа кирәк булса,– дип елмайды Фәндидә апа,– Любовь-любовь дип ымсындырды да хәзер Сак-Сок имеш… Ни хаҗәте тиде инде аның сиңа?
– Бик кирәк иде шул, Фәндидә апа.– Фәндидә апа өстәл тартмасындагы китапка үрелгәндә, Искәндәр Таңчулпанга күз ташлады, карашлары очрашты да кыз керфеге түбән кадалды, – Кавыштырам мин ул Сак-Сокларны.
Искәндәр китабын алды да рәхмәт әйтеп чыгып китте.
– Тилеләнеп йөри инде,– дип куйды Фәндидә,– Тагын берәр мөгез чыгарырга уйлый торгандыр.
Фәндидәнең сүзләре үз итеп, яратып әйтелсә дә Таңчулпан аның «тилеләнеп» дигәнен өнәп бетермәде. Шулай да каршы килеп сүз әйтергә кыймады, «иштең ишәк чукмарын» дигәндәй, кашларын гына сикертеп куйды. Алсу да шундыйрак фикердә булган, ахры:
–Аңа ничек йөрсә дә килешә,– диде ул, хыялый бер соклану белән,– Искәндәр бит ул! Нинди халәттә булса да – Искәндәр.
Таңчулпан Алсуга рәхмәтле караш ташлады, шул ук вакытта үзенең кыюсызлыгына үзе үкенебрәк тә калды – Таңчулпан да нәкъ шулай уйлаган иде бит, ул да әйтә алган булыр иде, тик әйтмәде, әйтә алмады, кыюлыгы җитмәде. Ә Алсу Казанда укып, бик күп күренекле шәхесләр белән аралашып, Казан һавасын сулап кайткан кыз, бер дә өркеп–куркып тормады, әйтергә теләгәнен ачты да салды. Аның сүзенә, әлбәттә, Фәндидә апаның исе дә китмәде инде. Елмая биребрәк бүлмәдәге яшьләрнең әле берсенә, әле икенчесенә күз йөгертеп чыкты да балаларын тиргәгән ана сыманрак итеп әйтеп куйды:
– Шулай бозып бетерәсез инде.
Шуның белән сүз бетте. Искәндәр турында сөйләшкәннәрен тагы да озак тыңларга әзер иде Таңчулпан, тик сүзне дәвам иттерер өчен ни дә булса әйтергә батырлыгы җитмәде. Бераздан бүлмәдәгеләр янә бирелеп эшкә чумды, тик Таңчулпан гына тагын бер нәрсәгә дә кереп китә алмый иза чикте, баштарак үзен кыюсызлыгы, булдыксызлыгы өчен битәрләп бер булса, соңрак бүген төнлә күргән төшен кабат исенә төшерде. Бу юлы төшенең бөтен вак–төякләрен күзалларга омтылды, һәм чынлап та, тырыша торгач, ул аны бөтен нечкәлекләре белән, төсле кино карагандай итеп яңадан күз алдына бастырды, кайсы бер моментларын нәкъ кинодагы кебек итеп, кабат кабат әйләндерде, һәм үзенең әлеге төшне ник оныта алмавын аңлады да бөтен дөньясын яшен көйдереп үткәндәй тоелды…
Ә урамда яңгыр коя иде.
Таңчулпанның бу редакциягә эшкә килүенә берничә ай гына әле. Башта елга якын ярты ставкада гына йөрде, редакция халкын танып белсә дә артык якын аралаша алмады, хәзер менә Фәндидә апа әйтмешли, утырып эшли башлагач, барсын да күреп белә, холык–фәләнен дә, кемнең нәрсәгә сәләтле икәнен дә чамалый кебек. Кечкенәдән кулына каләм алып балалар басмасында шактый ук танылып өлгергән кыз өчен, тәүдәрәк, редакциядә тик талантлы каләмкярләр генә эшлидер, шулар арасында тиң булып йөрү зур мәртәбәдер сыманрак тоела иде. Хәзер ул монда да сәләте белән әллә кая китәлмәгәннәр барлыгын белә инде, шулар арасында үзенең бик үк төшеп калганнардан түгеллеген дә чамалый. Моны башкалар да тоя, ахры, Таңчулпанга иң четерекле мәсьәләләрне дә ышанып тапшыралар, ихтирамнары да, игътибарлары да сизелеп тора. Икенчедән, сәләтләре төрлечә булса да журналист халкы бер–берсенең кешелеклелегенә ныграк бәя бирә, осталык та, тәҗрибә дә вакыты белән килә, ә кешелек сыйфатың чамалы икән, гафу ит, бу инде мәңгегә – бөкерене кабер генә төзәтә. Бу мөнәсәбәт белән тулысынча килешеп җитмәсә дә Таңчулпан бик каршы да төшми. Дөресен генә әйткәндә, ул әле чынлап торып бәхәсләшергә, ниндидер мәсьәләләрдә үз карашын белдерергә бик өйрәнеп тә җитәлми, үзен түбәнгәрәк куя, ахрысы. Яшьрәк булсалар да Алсу белән Хәдичә бу җәһәттән күпкә кыюрак, хәер, алар коллективта яңа хезмәткәр түгел шул, монда үз кеше булып беткәннәр, тәҗрибәләре дә зур.
Тәҗрибәле журналистлар хәтсез эшли бу гәзиттә. Фәндидә апа шундыйларның берсе. Аннан башка да күпләр бар – әллә нинди дәүләт бүләкләре ияләре, танылган язучылар. Барсы да редакция кануннарына буйсынып, «мин–мин»леген артык күрсәтмичә генә эшли һәм яши бирә. Бер нинди шартлылыкны да, бер нинди кануннарны да бар дип белми торган кеше дә юк түгел. Монсы инде Искәндәр була. Ул беркайчан да вакытында эшкә килми, вакытында кайтып китми, көне буена бүлмә саклап утырмый. Килгән кунакларын хәмер белән дә сыйларга, алар белән бергә үзе дә сыйланырга мөмкин. Әлбәттә, аны тиргәп тә, премияләрен кисеп тә торалар, ләкин Искәндәрнең моңа бик исе китми, ул үзенчә яши бирә. Аның урынында башка берәү булса, эштән куу белән куркытырлар һәм куарлар да иде. Тик Искәндәрне моның белән алдырып булмый. Аны моңа кадәр куып та караганнар инде, болай гына түгел, статья белән куганнар, тик берничә айдан баш мөхәррир кабат чакырып алырга мәҗбүр булган. Искәндәр нәкъ шул вакытта үз шартларын куеп, тәртипсезлеген законлаштырып килгән, диләр. Башта ул Таңчулпанга бик тәкәббер, кырыс бәндә булып тоелган иде. Үз–үзен тотышында һавалану, хәтта бераз мактану да бар сыман күренгән бу яшь кешегә карап ул: «Монсы тагын ниндирәк кош инде?!»—дип уйлап та куйган иде хәтта. Бер–ике мәкаләсе гәзиттә күренүгә үк үзен әллә кемгә санап йөрүче «йолдыз»га охшаткан иде ул аны. Тик кем икәнен, дөресрәге, исемен белү белән, хаталануын аңлады. Искәндәр бер ничә шигырь китабы чыгарып танылу тапкан, роман, повестьлары гәзит–журналларда басылып торган язучы иде. Әсәрләрен Таңчулпан үзе дә, ире Тәлгать тә бик яратып укыйлар, аны әлеге чорның иң талантлы язучыларыннан исәплиләр иде.
Әле Искәндәрне якын күреп, бар күңеле белән аның яклы булып утыруы да шул талантын бәяләүнең бер галәмәте генә иде. Һәрхәлдә, Таңчулпан үзе шулай уйлады. Хәер, башкача булуы мөмкин дә түгел иде инде. Ни генә әйтсәң дә, икесенең дә үз гаиләсе, балалары бар…
Гаилә турында уйлавына, бүгенге төше кабат хәтеренә килде. Әллә нинди сәер төш булды әле ул, онытылмый да, тынгылык та бирми. Таңчулпан янә бер тапкыр аны күздән кичерде.
метки: Агидель, Башкирский, Тотоп, Урманыба, Ултырыу, Ауылым, Йыйып, Матура
Минең тыуған яғым- Башкортостан.
Минең тыуған яғым -Башкортостан. Беҙҙең республикабыҙ бөйөк Рәсәй киңлектәрендә урынлашҡан. Бында бик күп милләт дуҫлыкта һәм берҙәмлектә матур ғүмер кисерә. Уларҙың уникаль ғөрөф-ғәҙәттәре, боронғо культуралары тыуған яғыбыҙҙың иң мөһим рухи байлығы.
Һәркемгә үҙ тыуған яғы йөрәгенә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Ҡайҙа ғына булмаһаң да, ниндәй генә матур ерҙәрҙе күрмәһәң дә күңел барыбер үҙ тыуған яғыңа тартасаҡ, сөнки бында тәбиғәт тә матурыраҡ, һауа да таҙараҡ. Беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ шулдыр – кем генә Башкортостанға ҡунаҡ булып килмәһен, барыһында бындағы йәшел ҡуйы урмандар, саф таҙа һыулы йылғалар, бөйөк Урал тауҙары һәм ҡунаҡсыл, нескә күңелле башҡорт халҡы таң ҡалдыра. Тыуған яҡ — ул минең яратҡан ғаиләм һәм тыуған йортом ғына түгел, тыуған яғым минең бөтә Башкортостан.
Эссе йәй көндәрендә урманда ҙур имәндәр һәм төҙ кайындар күләгәһендә, еләҫтә йөрөү иң рәхәтелер. Кайҙалыр яҡында ғына етеҙ шишмә үҙенең моңло йырын йырлап йөгөрә, ул бер ҙә арымай: ҡышын да, йәйен дә, яҙын да, көзөн дә ҡаялыр ашыға ла ашыға. Минем тыуған яғым урмандары төрлө-төрлө еләк-емешкә, бәшмәктәргә, дарыу яһай торған үләндәргә бай. Уларҙы барыһында ҡурыҡмайынса ҡулланырға мөмкин, сөнки улар саф һауада, кеше аяғы баҫмаған ерҙә үҫкәндәр. Был бөтә байлыҡты беҙҙең яҡшы мөнәсәбәтебеҙ генә һаҡлап киләсәк быуындарыбыҙға ла еткерер.
Минең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған яҡ ул минең тыуған ауылым Бажан. Тыуған ауылым ҙур түгел, кескәй генә, ул ике ҡалҡыулыҡ аҫтында урынлашҡан. Был ике ҡалҡыулыҡ ҡыш көнө һалҡын елләрҙән һаҡлай беҙҙе, ә йәйен бында ауыл халҡы урман еләге йыйып шау-шыу килә. Кескәй генә тауҙарыбыҙҙы етеҙ йылға уратып алған. Бала-сағаға йөй көнөндә иң ҙур шатлыҡ иртәнән кискә тиклем ошо йылғала ташбаш йәки ҙур булмаған табан балыҡтарын тотоп ултырыу. Йыраҡ түгел генә беҙҙең урманыбыҙ да бар, унда беҙ йәй көндәрендә еләк һәм бәшмәк йыйып ваҡытыбыҙҙы уҙҙырабыҙ. Урал тауҙары беҙҙең тыуған ауылыбыҙҙан йыраҡ урынлашҡан. Минең тыуған яғым – сикһеҙ ҡалҡыулыҡлы дала, ҡайһыбер ерҙә уны зәңгәр һыулы йылғалар кисеп сыға.
Башкортостанда уникаль тәбиғәт һәм мәҙәниәт байлыҡтары бик күп. Бында булған сәйәхәтселәрҙең күңелендә Башкортостанда күргән матурлыҡтар оҙаҡҡа һаҡлана һәм тағын да ошо тылсымлы ергә боролоп кайтаһы килеп торалыр.
Беҙҙең бурысыбыҙ — ошо тәбиғи байлыҡтарҙы, тыуған яғыбыҙҙың матурлығын һаҡлауға барлыҡ көсөбөҙҙе һалыу, тыуған еребеҙгә ҙур ихтирам менән ҡарау. Шулай булһа ғына бында килеүсе ҡунаҡтарыбыҙ ҙа беҙҙең тыуған яғыбыҙға, тыуған еребеҙгә ихтирам менән ҡарарҙар һәм уға ҙарарлыҡ килтермәҫтәр.
2 стр., 762 слов
По башкирскому языку «Башкортостан»
… рестәре бе ҙҙ е сихри бер доньяға алып кереп китә.Бында бе ҙ тыуған Баш ҡ ортостаныбы ҙҙ ың гүзә … ренекле я ҙ ыусы һәм шағир ҙ ар ижады менән танышабы ҙ .Минең ү ҙ емә бигерәк тә Зәйнәп Биишеваның, Рәми … ндәр бәйгеһендә ҡ атнашыу бәхете тей ҙ е. Мин “Урал батыр” эпосынан 200 юлды яттан һөйләп , ма ҡ … н бүләкләндем. Ошо я ҙ гандарыма нәтижә яһап, мин баш ҡ орт телен өйрәнеүгә ҡ арата ү ҙ фекеремде …
Башҡорт теле 2 класс
Миләүшә.
Яҙ килде. Йәшел үлән шытып сыҡты. Ағастар япраҡ ярҙы. Бал ҡорттары алма ағасына ҡунып ҡаранылар. Ләкин ағастар сәскә атмағандар әле.
Ҡорттар ҡыуаҡ төбөндәге зәңгәр сәскәне күреп ҡалды. Был миләүшә сәскәһе ине. Ул ҡорттарҙы хуш еҫе, тәмле балы менән һыйланы. (39 һүҙ.)
Эш.
1. Тәүге ике һөйләмдең һыҙмаһын һыҙ.
2. Текста предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙ.
Эш.
1.Текста предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙең аҫтына ике тура һыҙык һыҙ.
2. Тәүге өс һөйләмдә эйәне, хәбәрҙе билдәлә.
________________________________________________________________
Башҡорт теле 2 класс
Тере сәғәттәр.
Минең олатайым тәбиғәтте бик ярата. Уны яҡшы белә. Миңә лә тәбиғәт тураһында ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләй. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙгә лә әйтәйем әле.
Аяҙ көндәрҙә һәр сәскә билдәле бер сәғәттә тажын аса, йоҡонан уяна. Мәк сәскәһе иртәнге сәғәт биштә асыла. Ә киске сәғәт етелә ябыла. (44 һүҙ.)
Эш.
1. Үҙең белгән өс сәскә исемен ижеккә бүлеп яҙ.
2. Һинең ҡартатайыңдың (олатайыңдың) исеме кем?
___________________________________________________________
Башҡорт теле 2 класс
Ирәмәл.
Ирәмәл Көнъяҡ Уралдың иң бейек тауы һанала. Уның ике осло түбәһе алыҫтан уҡ күренә. Улар бергә ҡушылып эйәргә оҡшап тора. Ирәмәл ҡалын урман менән ҡапланған. Урманында төрлө йәнлектәр йәшәй. Унда һоро айыу ҙа йыш осрай. Йәмле Ағиҙел ошо тау итәгенән башлана ла инде. (43 һүҙ.)
Эш.
-
Бирелгән һүҙҙәрҙе күсереп ал. Нәҙек һуҙынҡыларҙың аҫтына бер, ҡалындарына ике һыҙыҡ һыҙ.
олатай, өләсәй, атай, әсәй, ағай, апай, ҡусты, һеңле, еңгә, езнә, ейән, ейәнсәр.
-
Ярҙамсы һүҙҙәрзең аҫтына һыҙ
__________________________________________________________________
Башҡорт теле 2 класс
Дуҫлыҡ.
Дуҫлыҡ булғанда донъя яҡтыра, йәмләнә, йәнләнә. Кешенең ышаныслы таянысы булыу – яҡшы күренеш. Таяныр кеше – дуҫ бит ул. Дуҫлыҡ ололарға ғына түгел, балаларға ла ныҡ кәрәк. Бәләкәйҙән башланған дуҫлыҡ ғүмергә дауам итә, ундай кешеләр иң бәхетлеләрҙән иҫәпләнә. (36 һүҙ)
Эш.
-
Йә ҡушымсаһы булған һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеп яҙ.
-
Бер ижекле һүҙҙәрҙе күсереп яҙ.
____________________________________________________
Башҡорт теле 3 класс
Төлкө файҙалымы?
Иген баҫыуҙарына йомрандар, сысҡандар ҙур зыян килтерәләр. Улар игенде күпләп ашайҙар. Төлкөләр ошо ҡоротҡостар менән туҡланалар. Ҡайһы бер йылдарҙа йомрандар, сысҡандар күпләп үрсейҙәр. Ошондай саҡтарҙа төлкө уларҙы ашап тормай, ә быуып ҡына китә. Бының менән төлкөләр кешеләргә игенде һаҡлауҙа булышлыҡ итәләр.
Төлкөләр беҙгә ҡиммәтле тире бирә. Уларҙы ҡырырға ярамай.(49 һүҙ)
Эш.
-
Беренсе һөйләмдә эйә менән хәбәрҙе билдәлә.
-
Һуңғы һөйләмдәге һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү өсөн ижектәргә бүлеп яҙ.
-
Текстан [уы] тартынҡы өнө булған ике һүҙҙе табып күсер.
___________________________________________________
Башҡорт теле 3 класс
Ҡурай моңо.
Ҡайҙалыр ҡурай моңо һыҙыла. Моң йөрәктәргә үтеп инә. Ҡоштар ҙа, йәнлектәр ҙә, йылғалар ҙа тынған. Ә йөҙйәшәр ҡарағас, имән, шыршы, ҡарағайҙар ошо моңға хайран ҡалғандар. Улар аҡрын ғына тирбәлеп ойоп ултыралар. Хатта урман сәскәләре лә ошо моң тәьҫиренә бирелгәндәр. Улар тын алыуҙарын да туҡтатҡандар кеүек. Һеҙҙең ҡурай моңон тыңлағанығыҙ бармы? (50 һүҙ)
(Ш.Насыровтан)
Эш.
-
Өсөнсө һөйләмдә эйә менән хәбәрҙе билдәлә.
-
Текстағы һорау һөйләмгә яуап яҙ.
-
Икенсе һөйләмдең һыҙмаһын һыҙ.
Башҡорт теле 3 класс
Ат.
Ат электән башҡорт халҡының тоғро юлдашы, серҙәше, дуҫы булған. Утты ла, һыуҙы ла кискән башҡорт егете үҙенең тоғро аты менән. Ҡайһы бер ҡурҡаҡ иптәшкә ҡарағанда ла ул үҙенең хужаһына тоғро булып ҡалған. Аҫыл ир-егеттәр тик атына ғына тыуған ерен һағыныуы тураһында һөйләр, серен сисер булған. (46 һүҙ)
Эш.
-
Икенсе һөйләмдә нисә һүҙ. Һанын яҙ.
-
Беренсе һөйләмдән предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе күсереп яҙ.
_____________________________________________________
Башҡорт теле 3 класс
Башҡортостанда спорт үҫеше.
Беҙҙең республикала спортты үҫтереүгә күп көс түгелә. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһы бихисап саңғысы һәм йөҙөүсе тәрбиәләне.
Белорет – тау саңғысыларын үҫтергән ҡала. Бында ҡышын бөтә Рәсәй спортсылары килеп, күнекмәләр үткәрә.
Бөрөлә боронғо һәм матур спорт төрө үҫешкән. Унда уҡ атыусылар тәрбиәләнә.
Мәләүездә «Толпар» ипподромында ат спорты алға киткән.
Ишембай шахмат һәм шашка буйынса Рәсәй һәм донъя чемпиондары әҙерләгән үҙәккә әйләнде. (58 һүҙ)
Башҡорт теле 3 класс
Шыршы турғайҙары.
Һеҙҙең ҡыш көнө урманда булғанығыҙ бармы? Йәмле лә һуң ҡышҡы урман! Айырыуса шыршы һәм ҡарағайҙар күркәм булалар. Уларҙың ботаҡтарында матур булып ҡар ята. Бейек шыршыларҙың ботаҡтарында оялар күргәнегеҙ бармы? Унда шыршы турғайҙары оя яһайҙар. Улар сатлама һыуыҡтарҙа ла геү килеп уйнайҙар. Шыршы турғайҙары шыршы тубырсыҡтарының орлоғон ашайҙар. Улар ҡыш көнө бала сығаралар. Балалары йәйҙе ҙурайып ҡаршылайҙар.
Эш.
-
Текстағы һорауҙарға яуап яҙ.
-
Ауыл һәм урман һүҙҙәрен күплектә яҙ.
________________________________________________________
Башҡорт теле 3 класс
Яҙ һулышы.
Үҙенең күңелле шау-шыуына, сылтырап аҡҡан гөрләүектәренә, шартлап япраҡ ярған бөрөләренә наҙланып яҙ ҙа етте. Быйыл яҙ иртә килде. Тау биттәре ҡарҙан әрселеп, яҙҙың тәүге сәскәһе – умырзая күҙен асты. Ҡоштар ҙа, сыр-сыу килеп, Уралыма ҡайта башланы. Уларҙың тыуған ояларына ҡайтыуы үҙе бер байрамға әйләнә. Ҡоштар шатланышып һайрайҙар. Тыуған төйәктәре өҫтөндә өйөрөлә-өйөрөлә осоп йөрөйҙәр. Ошо күренеш үҙе бер тамаша, яҙҙың онотолмаҫ сағыу бер мәле.
Эш.
-
Беренсе һөйләмдә нәҙек һуҙынҡылар аҫтына бер. Ҡалын һуҙынҡыларға ике һыҙыҡ һыҙ.
-
Күплек ялғауы булған өс һүҙҙе күсереп яҙ.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре, Өфө, Китап, 2011